Башҡортостанда «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәге ярҙамында бәлиғ булмаған 1077 бала үҙенең тәүге рәсми эш урынын тапҡан. Республика мәшғүллек үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йыл менән сағыштырғанда күрһәткес 19 процентҡа артҡан. Эш хаҡынан тыш, өҫтәмә түләүҙәр ҙә ҡаралған. Уҡыусыларҙың ваҡытлыса мәшғүллегенә ҡағылған төп талаптар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
14 йәшлек Дарья Карпова тегеү машинаһы менән оҫта эш итә. Төрлө төҫтәге туҡымаларҙан ул панно, уйынсыҡтар тегә. Шулай уҡ өҫ кейемдәре технологияһын да үҙләштергән. Өфө районы балалар ижады үҙәгендә ойошторолған түңәрәктә үҫеш өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Төрлө оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуҙан тыш, рәсми рәүештә эшкә урынлашырға ла мөмкинлек бирелә.
Балалар ижады йортонда бәлиғ булмағандарҙың мәшғүллеген тәьмин итеүгә райондан субсидия бүленгән, шулай уҡ республика кадрҙар үҙәгенән дә ярҙам күрһәтелә. Хеҙмәт бригадаларына 14 йәше тулған үҫмерҙәр йәлеп ителә. Биш көн өсөн түләүҙәр ҡаралған, эш ваҡыты көнөнә бер сәғәт итеп билдәләнгән. Етештерелгән сувенир продукция мәрхәмәтлеккә йүнәлтелә.
Бәлиғ булмаған балаларҙың мәшғүллеген тәьмин итеү республиканың профориентация системаһының мөһим өлөшө иҫәпләнә. «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәге эш биреүселәрҙе программала әүҙем ҡатнашырға саҡыра. Шул уҡ ваҡытта Хеҙмәт кондексы тарафынан билдәнгән шарттар теүәл үтәлергә тейеш. 14 йәштән өлкәнерәктәр менән килешеү төҙөгәндә уларҙың законлы вәкилдәренең рөхсәте талап ителә, әгәр ҙә бала 14 йәштән бәләкәй икән-был мәсьәләне опека органдары ла ҡараясаҡ. Шулай уҡ үҫмерҙәргә сәләмәтлеккә зыяны булмаған еңел эш кенә тәҡдим ителергә тейеш.
Быйыл республикала бәлиғ булмаған 12 мең 400 баланы ваҡытлыса эш менән тәьмин итеү планлаштырылған. «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәге филиалдарына мөрәжәғәт итеп, яңы тәҡдимдәр һәм эшкә урынлашыу шарттары менән танышырға була.
Гөлназ Хәйбуллина




