Автоматлаштырылған платформа тотош республика буйлап урынлаштырылған видеокамераларҙан алынған мәғлүмәтте диспетчер үҙәгенә туплай. Төтөн сығанағы асыҡланған осраҡта система хеҙмәткәрҙәргә хәбәр итә. Артабан мәғлүмәт урмансылар һәм янғын һүндереүселәргә ебәрелә. Яһалма зиһен элементтары менән эшләгән платформа бик күп янғындарҙы таралмаҫ борон һүндереү мөмкинлеге биргән.
Урман янғындарын асыҡлауҙа яһалма зиһен ярҙам итә. Автоматлаштырылған платформа тотош республика буйлап урынлаштырылған видеокамераларҙан алынған мәғлүмәтте диспетчер үҙәгенә туплай. Төтөн сығанағы асыҡланған осраҡта система хеҙмәткәрҙәргә хәбәр итә. Артабан мәғлүмәт урмансылар һәм янғын һүндереүселәргә ебәрелә. Яһалма зиһен элементтары менән эшләгән платформа бик күп янғындарҙы таралмаҫ борон һүндереү мөмкинлеге биргән.
Төймәгә баҫыуың була камералар телепорт шикелле Белореттан Учалыға, унан Йылайырға күсерә. Тотош республика тиерлек бер экранда. Бәләкәй генә ут сығанағы, төтөн дә ситтә ҡалмай. Автоматлаштырылған система шундуҡ асыҡлап ҡыҙыл менән билдәләп тә ҡуя. Диспетчерға иһә күренеште ентекләп тикшереп инспекторҙарға хәбәр итергәме, юҡмы икәнлеген билдәләргә генә ҡала.
Республика урмандарына ҡуйылған 22 камера ике-өс хеҙмәткәрҙе алмаштыра. Быйыл системаны тағы ла 40 видеокүҙәтеү ҡоролмаһы менән байытырға иҫәп тотола. Бынан тыш, яһалма зиһен документтар әйләнешендә лә ҡулланыла. Һанлы технологиялар урман ултыртыу урындарын һайлауҙа һәм халыҡҡа ағас бүлеү эшендә лә ярҙам итә.
Әлбиттә, автоматлаштырылған системаларҙы әле тулыһынса үҙаллы яһалма зиһен тип әйтеү мөмкин түгел. Шуға ҡарамаҫтан, ул эште күпкә еңеләйтә һәм хаталарға юл ҡуймай. Был әле яһалма зиһен индереү эшенең башы ғына, ти урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре.
А.Кәбиров




