Именлек, бәрәкәтле тормош теләү, гонаһтарҙан арыныу сараһы. Ҡорбан байрамы Башҡортостандың төрлө тарафтарында үтте. Әбйәлил районының Хәлил ауылы мәсетенә лә мосолман ҡәрҙәштәр йыйылып, ҡорбан салды, намаҙ уҡыны, байрам вәғәзен тыңланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иман йорто яңғындан зыян күргәндән һуң, халыҡ тарафынан яңынан тергеҙелә. Әбйәлил районынан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Иртәнге сәғәттәрҙә үк ауылды иманға, нурға күмеп, барыһын да байрамға саҡырып мәсеттән аҙан тауыштары яңғырай. Ҡорбан ғәйете уңайынан намаҙ уҡырға,вәғәз тыңларға һәм ғибәҙәт ҡылырға халыҡ ғаиләләре һәм балалары менән йыйылды. Күңелдәрҙә иман нығынһын, ғаиләләрҙә татыулыҡ булһын, донъялар тынысланһын тигән ниәттән ауыл халҡы һәм мәсет мәхәлләһе исеменән ҡорбан салынды. Байрам уңайынан мул табын әҙерләү изге йола һанала.
Хәлил ауылы мәсете 1995 йылдың сентябрендә эш башлай, тирә-яҡта йәшәүселәрҙе дингә ылыҡтыра. Иман йортоноң тәүге иман-хатибы Мәсүғүт Мортазин исемен йөрөткән мәсет 2024 йылдың сентябрендә аңғармаҫтан көл-күмергә әйләнә. Янғынға электр линияһы сәбәпсе була. Ғибәҙәт йортон яңынан төҙөү тәҡдиме халыҡ тарафынан хуплау таба. Иманлы замандаштарыбыҙҙың иғәнәләре, ауыл, районда йәшәүсе кешеләр ярҙамы менән 4 ай ҙа 10 көн эсендә барлыҡ уңайлыҡтары булған яңы һәм заманса бина ҡалҡып сыға. Ҡорбан ғәйете уңайынан мәсеттең иман-хатибы дин ҡәрҙәштәренә мөрәжәғәт итте. Ҡатын-ҡыҙҙар байрам ашын әҙерләне, һый-ниғмәттәр ҡуйылды.
Хәлил ауылы мәсетендә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ғәрәп теле, ислам дине нигеҙҙәре уҡытыла. Йәмғеһе 3 төркөм эшләй, унда күрше ауылдарҙан да йөрөйҙәр. Ҡорбан ғәйете уңайынан балалар араһында сүрәләр ятлау конкурсы иғлан ителгәйне. Үҫмерҙәр табын артында аяттарҙы ятлап ишеттерҙе, уларҙың барыһы ла «Динебеҙ тураһында» исемле яңы китап менән бүләкләнде.
Әлфинә Килдейәрова




