Исламдағы төп байрамдарҙың береһе Салауат Юлаев батальоны яугирҙары төҙөгән «Йондоҙ рахман» мәсетендә үтте. Иман йортона изге ғәмәл башҡарыусылар ғына түгел, дингә тартылған яугирҙар, башҡа конфессия вәкилдәре лә килде.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ниәте менән төҙөлгән мәсет күптән инде Салауат Юлаев батальоны ғына түгел, башҡа подразделение яугирҙары, урындағы мосолман ҡәрҙәштәрҙең дә яратҡан урынына әйләнде. Иман йорто бер генә байрамда, йома намаҙында ла буш тормай. Бөгөн дә яугирҙар төрлө йүнәлештәрҙә хеҙмәт итһәләр ҙә иртә менән «Йондоҙ-рахман» мәсетенә ашыҡты. Рәсәй Геройы, Башҡортостан яугирҙары хеҙмәт иткән полкта батальон командиры Тельман Уралбаев әйтеүенсә, алғы һыҙыҡта дин айырыуса көскә эйә. Шуға күрә һәр изге ғәмәлде лә яугирҙар үтәргә тырыша.
Мәсеттә байрам намаҙы уҡылды, һуңынан яҡташтарыбыҙ ҡорбан салып барам ашынан ауыҙ итте. Яугирҙар Рәсәй үҙәк диниә назаратынан Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Запорожье өлкәһендәге подразделениелар имам-хатибы вәғәздәрен тыңланы. Дин әһеле үҙе лә һауа десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән һәм ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан. Өфөлә мәҙрәсәлә уҡып сыҡҡас та ул хәрбиҙәр менән эшләүен дауам иткән.




