Өфөлә Сергей Безруков етәкселегендә Ҙур балалар фестивале башланды

Уның сиктәрендә Рәсәй театрҙарының 8 спектакле сәхнәләштерелә. Күләмле сара алдынан Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы менән осрашты. Төбәк башлығы Сергей Безруковҡа фестивалде Өфөлә уҙғарыу башланғысы өсөн рәхмәт әйтте.

Республикабыҙҙа һеҙҙе ҙур артист булараҡ яраталар һәм хөрмәт итәләр. Ә фестивалдең темаһы бик изге һәм мөһим-ул балаларға һәм уларҙың таланттарына арналған,-тип билдәләне Радий Фәрит улы. Сергей Безруков Башҡортостан етәкселегенә башланғысты хуплауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ҙур балалар фестивалдә йәш аудитория өсөн ижади проекттар тормошҡа ашырыла. Ул Калининградтан Камчаткаға тиклем күп төбәктәрҙә булып өлгөргән. Һәм, ниһайәт, һеҙҙең иҫ киткес республикағыҙға ла килеп еттем, тине халыҡ артисы.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ