Бөгөн баш ҡалала “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы үтә. Сара “Торатау” конгресс-холында ошо минуттарҙа башланып тора. Уның барышында лекция, оҫталыҡ дәрестәре, оҫталар күргәҙмәһе ойошторолған. Иртәгә форум “Әсә булыу сәнғәте” тигән темаға арнала.





