Бөгөн республикала “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһе башлана. Уның төп өлөшө ҡаланың Совет майҙанында үтә. Бында китап һатып алырға, төрлө сараларҙа ҡатнашырға була. Патриотик темаға ҙур урын бирелгән, “Еңеү биләмәһе” булдырылған. Ул музей, тарих йәмғиәттәре, китапхана һәм эҙәрмәндәр ойошмаларын берләштерә. Республика Хәрби дан музейы, Милли китапхана, Өфө тарихы музейы һәм башҡа музейҙарҙың экспозициялары тәҡдим ителә. Майҙанда билдәле тарихсылар, саҡырылған эксперттар сығыш яһай. “Махсус хәрби операция яугирына хат” тигән акцияла ҡатнашырға була. Йәрминкә тамамланғандан һуң хаттар фронтҡа ебәрелә.





