Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре коллективы алтын фондҡа ингән композицияларҙы тәҡдим итә. Артистар башҡорт, татар, рус, мари, белорус, мордва һәм башҡа халыҡтарҙың бейеүҙәрен башҡара. Тамаша бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында төп сәхнәлә була. киске һигеҙенсе яртыла башлана. Концерт 6 йәштән өлкәндәргә тәғәйенләнә.





