Был уникаль хәйриә проекты алтынсы йыл инде илдең төрлө йәштәге һәм һөнәрҙәге гүзәл заттарын берләштерә. Ҡунаҡтар өсөн ике көнлөк лекциялар, дискуссиялар, оҫталыҡ дәрестәре, консультациялар һәм сағыу мәҙәни саралар әҙерләнгән. Быйылғы проектта сәнғәт темаһына айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Беренсе көн, стратегияға, лидерлыҡҡа, хәйриәгә һәм киләсәк тураһында асыҡ диалогҡа арналған.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» проектын ысын мәғәнәһендә хөрмәт итеүен билдәләне. Был йылдар эсендә тиҫтәләрсә мең ҡатын-ҡыҙ реаль ярҙам, медицина, консультация алған. Проект гүзәл заттарҙы төрлө ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса берләштерә. Бында ҡайһы берҙә ҡатмарлы хәлдә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың яҙмышы хәл ителә,-тине төбәк етәксеһе.




