Өфөлә «Бизнестағы ҡатын-ҡыҙ» форумы үтте

«Бизнестағы ҡатын-ҡыҙ» форумы Башҡортостандың 500-ҙән ашыу йүнсел гүзәл заттарын бергә йыйҙы. 3-сө тапҡыр ойошторолған сара эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә үтте. Түңәрәк өҫтәл форматында ойошторолған осрашыуҙа улар тәжрибә уртаҡлашты, фекер алышты. Шулай уҡ ғаилә ҡиммәттәре, миһырбанлыҡ, йәмәғәт эштәрендә алып барған ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне. Айырым майҙансыҡтарҙа бизнес өлкәһен заманса шарттарға көйләү, аудиторияңы ҡыҙыҡһындырыу, яһалма интеллект менән файҙаланыу кеүек төрлө йүнәлештәрҙә махсуслашҡан спикерҙар сығыш яһаны. Форумда шулай уҡ гранттар, льготалы кредиттар, һалым ташламалары кеүек ярҙам саралары тураһында ла һүҙ барҙы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ