Өфөлә «Ҡышҡы романс» фестивале еңеүселәре билдәләнде

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Рим Хәсәнов исемендәге «Ҡышҡы романс» беренсе төбәк-ара йырсылар һәм музыка ҡоралдарында уйнаусылар фестивале еңеүселәре билдәләнде.

Мәртәбәле сарала Башҡортостандан, Татарстандан, Силәбе өлкәһенән 18-35 йәшлек 50-гә яҡын йырсы һәм музыкант ҡатнашты. Кисәлә легендар композитор ижад иткән йырҙар яңғыраны, тамашасылар моң һәм сәнғәт байрамына сумды. Сығыштарҙы күренекле композитор Рим Хәсәнов етәкселегендәге профессиональ жюри баһаланы.

Кадр артында. Фестиваль Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында башҡорт музыкаһын һаҡлау, популярлаштырыу маҡсатында ойошторола. Рим Хәсәнов 500-ҙән ашыу романс, 400-ҙән ашыу йыр авторы. Республикабыҙ мәҙәниәтенең «алтын фондын» тәшкил иткән әҫәрҙәр композиторы. Мәртәбәле сара был моңдо киләсәккә тапшырыр яңынан-яңы башҡарыусылар, йырсылар исемен асыуға ҙур өлөш индерә. «Ҡышҡы романс» фестивале йәш музыканттар өсөн тәжрибә уртаҡлашыу, ижади үҫеш майҙанына әйләнде. Улар билдәле йырсылар менән бер сәхнәлә сығыш яһаны. Көтөлмәгән дуэттарҙы тамашасы ҡайнар алҡыштарға күмде.

Рим Хәсәнов үҙләштергән беренсе музыкаль инструмент-скрипка. Әммә композитор тағы ла фортепианола, аккордеонда, гитарала һәм башҡа музыка ҡоралдарында уйнай белә. Етмеште уҙғас, кларнетты ла үҙләштерә. Шуға ла легендар композитор йәш башҡарыусыларҙы тырышырға, тынғыһыҙ хеҙмәт менән үҙ-үҙеңде үҫтерергә, яңы үрҙәр яуларға саҡырҙы. Рим Мәхмүт улы «Ҡышҡы романс» фестиваленең юғары кимәлдә үтеүен, ә яңы тауыштар уны һәр ваҡыт илһамландырыуын белдерҙе.

Волна
Акции БСТ