Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» форумы башланды

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» академияһы илдең һәм республиканың төрлө төбәктәренән гүзәл заттарҙы бергә йыйҙы. Алтынсы тапҡыр ойошторолған форумда актер Сергей Безруков, алып барыусы Юлия Барановская, Дәүләт Думаһы депутаты Марина Ким, күренекле психолог Виктория Шиманская һәм халыҡ-ара эксперттар ҡатнаша. Сара ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Форум эшлекле һөйләшеүҙәргә лә, зауыҡлы экспозицияларға ла, фәһемле осрашыуҙарға ла бай булды. Ҡатын-ҡыҙҙар академияһының төп дәрестәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Сәхнә оҫталарының сығышы, зауыҡлы кейем өлгөләре, ҡул эштәре, эшлекле осрашыуҙар, фәһемле һөйләшеүҙәр, табип, психолог кәңәштәре, оҫталыҡ дәрестәре, йылы мөнәсәбәт. «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе»ндә гүзәл заттар үҙҙәрен бәхетле итеп тойһон, иғтибарға ҡойонһон өсөн тулы шарттар тыуҙырылған. Быйылғы форумдың төп темаһы итеп сәнғәт һайланған. Сәнғәт-ижад ҡына түгел, ул кешенең булмышы, асылы, рухи донъяһы, бер-береңде ишетә, ҡабул итә белеү һәләте лә, тине Каринэ Хәбирова.

Проект 6 йыл элек «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбированың башланғысы менән тормошҡа ашырыла башлай. Ошо йылдаҙа сара Башҡортостандың 50-гә яҡын муниципаль берәмегендә ойошторола һәм гүзәл заттарҙың көтөп алған байрамына әүерелгән.

Проекттың программаһы төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, «Геройҙар ваҡыты» түңәрәк өҫтәленә махсус хәрби операция яугирҙарының яҡындары, ирекмәндәр саҡырылған. Һүҙ социаль, психологик, юридик ярҙам саралары тураһында бара.

Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе форумында күргәҙмәләр ҙә, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолған. Әбйәлил районынан Зөлхиә Исхаҡова сарала йыл һайын ҡатнаша, ул үҙенең ҡул эштәренән күргәҙмә әҙерләгән. Бында мин аҡса эшләү өсөн түгел, ял итер, күңелемде байытыр өсөн киләм, ти ул.

Сәләмәтлек майҙансығында өлкәндәр һәм балалар өсөн бушлай консультациялар уҙғарыла. Ә кескәйҙәр өсөн бала саҡ биләмәһе эшләй, әсәйҙәр сабыйҙарын ҡалдырып төрлө сараларҙа ҡатнаша ала.

Ир-егеттең көсө гүзәл заттарҙы һаҡлай, яҡлай белеүҙә, тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» фоумы ошо иғтибарҙың сағылышы, был сара гүзәл заттар өсөн күңел байрамы булып тора.

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы ике көн дауамында бара. Гүзәл заттар «Торатау» конгресс холындағы проектта ҡатнашып, бәхет биләмәһен гиҙә ала.

Ҡатын-ҡыҙ бәхетле икән, уның ғаиләһе лә, яҡындары ла бәхетле, ул барыһына ла йылылыҡ, иғтибар өләшеп, йәм, нур сәсеп йәшәй. Әммә бының өсөн тәү сиратта гүзәл заттың үҙенең эске донъяһы бөтөн булырға, ул йәмғиәттә үҙ урынын табырға, рухи һәм матди яҡтан көслө булырға тейеш. Академия ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде, форум ҡатын-ҡыҙҙарға бар яҡлап та формалашырға, камиллашырға өйрәтә, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын күрһәтә.

Рәмзиә Кәримова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ