Өфөлә Миләүшә Мортазинаның 100 йыллыҡ юбилейы билдәләнде

Өфөлә Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт институты профессоры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Миләүшә Мортазинаның йөҙ йыллыҡ юбилейы билдәләнде. Миләүшә Мортазина күптәргә Рәсәй һәм донъя кимәлендә дан ҡаҙанған йырсыларҙың талантлы уҡытыусыһы булараҡ билдәле. Башҡорт вокал мәктәбе башында торған педагог 90 йәшенә тиклем Өфө дәүләт сәнғәт институтында опера йондоҙҙарын әҙерләй. Талантлы педагогтың юбилей концерты Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында сағыу тамашаға әйләнде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә ил кимәлендәге билдәле йондоҙҙар сығышы. Уларҙың барыһын да бер педагог-Миләүшә Мортазина берләштерә. Уҡытыусыһының 100 йәше уңайынан ойошторолған байрам концертында артистар ижади багажындағы яратып башҡарған композицияларын тәҡдим итте.

Миләүшә Мортазина музыка менән бала саҡтан йәнәш атлай. Ауыр һуғыш йылдарында ла йыр-моңға тоғро ҡала. Өфөгә ул 16 йәшендә Мәскәү авиация заводы менән бергә эвакуациялана. Йәш Миләүшәне заманында «беҙҙең былбылыбыҙ» тип йөрөтәләр. Сөнки ул завод хеҙмәткәрҙәренең һәм госпиталдәге яралы һалдаттарҙың күңелен моң менән дә дауалаған.

Миләүшә Мортазина 90 йәшенә тиклем Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында эшләй. Һөҙөмтәлә, Миләүшә Ғәли ҡыҙы Башҡортостандың вокал мәктәбен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индереүгә өлгәшә. Тауыш методикаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып бара һәм күп һанлы фәнни хеҙмәттәр яҙа. Бөгөн «Мортазина мәктәбе» музыка донъяһында киң билдәле. Уның сығарылыш уҡыусылары иһә Ҙур театрҙан Ла Скала һәм Метрополитен-операға тиклемге алдынғы сәхнәләрҙе яулай.

Миләүшә Мортазина-Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Өфөнөң почетлы гражданы. Икенсе дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн», Салауат Юлаев ордендары кавалеры һәм бихисап миҙалдар менән бүләкләнгән. Әммә дәүләт наградалары, абруйлы исемдәр эшен тик өҫтән генә билдәләй. Төп хазинаһы уның ышаныс уятҡан уҡыусыларында, ә уларҙың тауышы күп йыллыҡ хеҙмәттең иң ҙур бүләге һәм кульминацион нөктәһе. Моң телендә йырланған «рәхмәт» ул.

Азат Ғәлиуллин

Волна
Акции БСТ