Өфөлә махсус хәрби операция музейы барлыҡҡа киләсәк

Был турала Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе попечителдәр советында белдерҙеләр. Ултырышта Рәсәй Проезиденты ярҙамсыһы Владимир Мединский һәм Радий Хәбиров ҡатнашты.

Ауыр мәлдәрҙә Ватан һағына баҫыусыларҙың исемдәрен мәңгеләштереү беҙҙең изге бурыс. Яугирҙар иҫтәлегенә мәктәптәрҙә мемориал таҡталар, герой парталары асыла, белем усаҡтарына ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың исемдәре бирелә. Халыҡ беҙҙең тыныслыҡ өсөн үҙ йәнен аямаған батырҙар иҫтәлеген мәңге һаҡларға тейеш, тине төбәк башлығы.

Кәңәшмәлә Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең киләсәк быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙәге өлөшө лә өйрәнелде. Владимир Мединский әйтеүенсә, был эшмәкәрлеккә төбәк ҡаҙнаһынан финанстар йәлеп итеү күпкә һөҙөмтәлерәк буласаҡ.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ