Быйыл алтынсы тапҡыр ойошторолған форумда ил, донъя кимәлендәге билдәле эксперттар, табиптар, ғалимдар, сәхнә оҫталары сығыш яһаны. Асыҡ академияның программаһы бай йөкмәткеле. Ул фәһемле һөйләшеүҙәрҙе лә, медицина консультацияларын да, күргәҙмәләрҙе лә, оҫталыҡ дәрестәрен дә үҙ эсенә ала. Бөгөн форумдың икенсе көнөндә тиҫтәнән ашыу түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Рәсәйҙең халыҡ артисы Анита Цой музыка донъяһында танылыу буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм һуңғы осорҙа Башҡортостандың халыҡ-ара майҙанда киң билдәлелек яулауын белдерҙе. Осрашыуҙа Башҡортостандың халыҡ артисы, Әй Йола төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов та ҡатнашты. Ул үлән ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе һәм Анита Цойға ҡурай бүләк итте.
Ҡатын-ҡыҙ-етәксе, эшҡыуар, әсә. Гүзәл заттар төрлө темалар буйынса фекер алышты. Иң мөһиме һәр кем үҙенә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы аудиторияны һайлай ала. Мәҫәлән, махсус хәрби операцияға арналған түңәрәк өҫтәлдә һүҙ «Незабудки» проекты тураһында бара. Был пилот проект Шишмә районында тормошҡа ашырылған. Ойоштороусылар махсус хәрби операцияла улдарын һәм ирҙәрен юғалтҡан 35 ҡатын-ҡыҙҙы йыйып уларға психолог, табип кәңәше күрһәткән, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәткән.




