Сығарылыш студенттарына стажировка үтеү өсөн дәүләт ярҙамы артты

Сығарылыш курс студенттары өсөн эш эҙләү осоро яҡынлаша. Дәүләттән бүленгән финанс ярҙам 130-ҙан ашыу студентҡа стажировка үтергә мөмкинлек бирәсәк. Ошо маҡсатта Башҡортостан ҡаҙнаһынан 11 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән, был былтырғыға ҡарағанда 22 процентҡа күберәк. Компаниялар һәр стажер өсөн 243 мең һумға тиклемге ярҙамға иҫәп тота ала. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында

Карина Ғәниеваның хеҙмәт юлы әле генә башланып тора. Солтан Бикеев исемендәге Өфө һөнәри колледжын тамамлаған студент «Фигаро» уҡытыу үҙәгендә стажировка үтә. Эш хаҡы ла ала. Ул республика тарафынан бүленә

Һөнәри һәм өҫтәмә белем биреү өлкәһендә эшләгән уҡытыу үҙәге матурлыҡ индустрияһы өсөн кадрҙар әҙерләй. Әле бында ике сығарылыш студенты стажировка үтә. Быға тиклем дә был программала ҡатнашып, эшкә ҡалған хеҙмәткәрҙәр байтаҡ, ти ойошма директоры.

Һуңғы 10 йыл эсендә беҙҙең ойошманан ғына 40 кеше стажировка үтте. Шуныһы ҡыуаныслы-күптәре эшкә ҡала һәм башҡа стажерҙарға остаз булараҡ беркетелә.

Татьяна Десяткина, «Фигаро» уҡытыу үҙәге директоры

Бындай стажировканы юғары һәм урта һөнәри белем биреү йортон тамамлаған һәр студент үтә ала. Бының өсөн мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк, шунда уҡ эш урындары тәҡдим итеүсе ойошмалар исемлеге менән дә танышырға була.

Стажировка үтеү ваҡыты-ярты йылдан да күберәк була алмай. Эш биреүсе яңы белгестең эш хаҡына киткән сығымдарҙы ҡаплай ала. Атап әйткәндә, бер стажер өсөн 250 мең һум тирәһе аҡса бүленә. Сығарылыш курс студенттарын дәртләндереүгә йүнәлтелгән программа Башҡортостанда 2009 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеүҙең һөҙөмтәле механизмдарының береһе-«Кадрҙар» милли проектының төп бурысы булып тора. Ошо йылдар эсендә программала 17 меңгә яҡын йәш белгес ҡатнашҡан.

Диплом артынан Мәскәү, Санкт-Петерабург һәм башҡа ҡалаларға киткән яҡташтарыбыҙ ҙа хеҙмәт юлын Башҡортостанда башлай ала. Быны илебеҙҙең баш ҡалаһында эшләй башлаған кадҙар стажировкаһы үҙәге тормошҡа ашыра. Ошоға бәйле һорауҙар аҙна башында үткән оператив кәңәшмәлә ҡаралғайны. Радий Хәбиров әйтеүенсә, студенттар һәм сығарылыш курс уҡыусылары иҡтисад, дәүләт идаралығы, муниципаль хеҙмәт һәм башҡа йүнәлештәрҙә тәжрибә туплау мөмкинлеге бар. Был алым Башҡортостандан ситтә белем алыусы йәштәрҙе кире тыуған яҡтарына эшкә ҡайтарыу өсөн дә һөҙөмтәле.

Әлфинә Килдейәрова

Волна
Акции БСТ