Башҡортостандан һөйөү менән тип исемләнгән акция сиктәрендә ата-әсәләр баш ҡала вуздарында уҡыған балаларына бушлай посылкалар оҙата ала. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса ойошторолған проект буйынса студенттарға күстәнәстәр бушлай ебәрелә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, тәмлекәстәр һәм көндәлек кәрәк-яраҡтар. Иртә таң менән посылка алып килгән ата-әсәләрҙең балалары Мәскәү университеттарында белем ала. Ауыр йөктө улар бушлай, махсус студенттар өсөн ойошторолған акция буйынса баш ҡалаға оҙата.
Башҡортостандан һөйөү менән акцияһы буйынса төбәктән Мәскәүгә өсөнсө ылау оҙатылды. Ошондай уҡ посылкалар тупланған йөк машинаһы Учалы ҡалаһынан да юлға сыға. Ике тәүлектә баш ҡалаға барып етәсәк күстәнәстәр адресаттарҙың йәшәү урынына тиклем алып барып еткерелә.
Башҡортостандан һөйөү менән акцияһы төбәк етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса ойошторолдо. Республика етәкселеге һәләтле студенттарға ярҙам итеү дәүләт кимәлендәге өҫтөнлөклө бурыс тигән фекерҙә. Үҙ эшеңде асыу, бизнес менән шөғөлләнеү, һөнәри үҫеш өсөн республикала мөмкинлектәр киң. Тап йәштәр-төбәктең ышаныслы киләсәге. Илдең баш ҡалаһында уҡыған студенттар менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, улар өсөн идара командаһы тарафынан күп төрлө саралар уҙғарыла.
Ф.Миһранова




