Салауат Юлаев һәйкәлен Санкт-Петербургта, тәү скульптура барлыҡҡа килгән оҫтаханала ҡойоуҙары ихтимал. Был турала скульптураны реставрациялау буйынса Күҙәтеү советы ултырышында Рәсәй художество академияһы президенты Василий Церетели белдерҙе.
Һәйкәлдең артабанғы яҙмышы буйынса финал ултырыштарҙың береһендә суйын экспертизаһының һуңғы мәғлүмәттәре, монументты төҙөү тарихы тураһында архив белешмәләр иғлан ителде. Асыҡланыуынса, иң тәүҙә һәйкәлде бронза суйындан ҡойорға ҡарар ителһә лә, 1961 йылда монументаль сукльптурала бронзаны файҙаланыуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Белгестәр фекеренсә, хәҙер инде скульптураны бронзанан ҡойоп, авторҙың тәү ниәтен тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бар. Һәйкәл буйынса һуңғы ҡарар яҡын арала ҡабул ителәсәк. Реставрацияның ике варианты ла ваҡыт талап итә. Шуға ла эште һуҙырға ярамай. 2027 йылдың октябрендә һәйкәл кире урынына кире ҡайтырға тейеш, тип билдәләй белгестәр.




