Заман технологиялары Башҡортостанда туризм менән шөғөлләнеүҙе уңайлыраҡ итә: мәғлүмәт кәртәләрен бөтөрә, ваҡытты экономиялай һәм тыуған яҡ буйлап яңы сәйәхәттәргә илһам бирә. Яһалма зиһен ярҙамында сәйәхәт итеү күпкә еңелерәк һәм уңайлыраҡ була бара: тел һәм мәғлүмәт кәртәләре юҡҡа сыға, идеаль маршруттар һайлана һәм бик һирәктәргә генә билдәле, ошоғаса ҡулланылмаған хозур тәбиғәтле ерҙәр тәҡдим ителә. Мессенджерҙарҙағы универсаль чат-бот туристарға бюджет һәм сәйәхәт даталары буйынса консультациялар бирә, шулай уҡ ял итеүҙең оптималь варианттары һайлана.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамында республиканың туриндустрия төбәк союзы интерактив интеллектуаль штурмын башлай. Маҡсат-яһалма зиһен ярҙамында төбәктә туризм өсөн ҡаршылыҡтарҙы асыҡлау, туристар ағымы, туристик продукттары һатыу буйынса респпубликаның юл картаһын төҙөү. Яһалма инттеллект сәйәхәт тураһында мауыҡтырғыс мәҡәләләр һәм фото-видеоһүрәтләмәләр баҫтыра, автоматик рәүештә социаль селтәрҙәрҙә баҫтыра.




