Өфөлә Сергей Аксаковтың 235 йыллығына арналған күргәҙмә асылды

«Китап-Байрам» дүртенсе халыҡ-ара китап йәрминкәһе барышында Милли музейҙа күренекле рус яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Өфөлә тыуып үҫкән Сергей Аксаковтың тыуыуына 235 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды.

«Аксаковтар ғаиләһе: Ватанға хеҙмәт» тип аталған күргәҙмәлә Сергей Аксаковтың тормошо һәм ижады менән танышырға мөмкин. Экспозицияла 18-се быуаттың рус дворяндары ғаиләләрендә уҡылған һирәк китап баҫмалары, Сергей Тимофеевичтың китаптары ҡуйылған.

Аксаковтарҙың шәжәрәһе күрһәтелгән, ул яҙыусының олатаһы Степан Аксаковтың генеалогик эҙләнеүҙәре нигеҙендә төҙөлгән. Ҡунаҡтар өсөн 1952 йылда сыҡҡан «Ал сәскә» классик йәнһүрәте лә күрһәтелә. Күргәҙмә июнь уртаһына тиклем эшләй.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ