Совет майҙанында гөрләп торған «Китап-байрам! йәрминкәһенең икенсе көнө Ғаилә менән китап уҡыуға арналған. Өфөләр һәм ҡунаҡтар тематик майҙансыҡтарҙа лекциялар тыңлап, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Китап авторҙары менән осрашыуҙар, яңы баҫмалар презентацияһын әҙәби конкурстар, билдәле әҫәрҙәр буйынса ҡуйылған спектаклдәр дауам итте. Быйыл китап байрамында Белоруссия, Иран, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан һәм Рәсәйҙең 18 төбәгенән йөҙҙән ашыу нәшриәт, китап магазиндары ҡатнаша.




