Владимир Путин махсус операция барышы хаҡында белдереү яһаны

Махсус хәрби операция биләмәһендәге хәлде баһалап, Рәсәйҙең еңеүе яҡынлаша тип әйтергә мөмкин. Был турала Владимир Путин Ҡаҙағстанға эш сәфәре йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһында белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта хәрби хәрәкәттәр шарттарында был низағты тамамлауҙың аныҡ ваҡытын билдәләү мөмкин түгел. Әле Украина буйынса һөйләшеүҙәр юҡ. Рәсәй диалогты дауам итергә әҙер һәм бер ҡасан да унан баш тартманы, тине президент. Динамика бер һүҙһеҙ Рәсәй ҡораллы көстәренең алға барыуын һәм яңы биләмәләрҙе азат итеүен, Украина хәрбиҙәренең сигенеүен һәм ауыр юғалтыуҙар кисереүен күрһәтә.

Владимир Путин шулай уҡ агрессорҙарға ҡарата тағы ла ҡатыраҡ ғәмәлдәргә әҙер булыуын билдәләне. Ҡайһы бер сәйәсмәндәрҙең агрессив белдереүҙәренә ҡарата Президент бик ҡаты сығыш яһай. Әгәр Евросоюз Калининградҡа бәйле янауҙарын тормошҡа ашырырға тырышһа, беҙҙең уларҙың илен ер менән тигеҙләү өсөн бөтә мөмкинлектәребеҙ бар. Рәсәй Европа милитаристары менән иҫәпләшеп торорға йыйынмай, тине Владимир Путин.

Волна
Акции БСТ