Тимер юл транслорты Өфө, Ырымбур өлкәһе һәм Һамар араһын тоташтыра. Маршрутта 9 туҡталыш. Алты вагонлы электропоезда 490 кешегә урын ҡаралған. Состав ҙур тәҙрәләр, һауаны зарарһыҙландырыусы кондиционер системаһы, уңайлы ултырғыстар һәм асылмалы өҫтәлдәр менән йыһазландырылған. Вагондарҙа гаджеттарҙы зарядлау өсөн розеткалар бар. Шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн махсус шарттар ҡаралған. Поезды студенттар ташламалы билет, туристар-уңайлылыҡ, ә машинистар-заманса идара итеү мөмкинлеге өсөн үҙ иткән.
Элек Өфө менән Һамар араһында алыҫ араға йөрөүсе поездар ғына йөрөнө, юлға ғәҙәттә 8 сәғәт ярым ваҡыт китһә, хәҙер «Ҡарлуғас» уны 6 сәғәт ярымда үтә. Тимер юл транспортында төбәк һәм федераль льготалар ғәмәлдә. Проект Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 2035 йылға тиклем ҡала яны тимер юл транспортын үҫтереү стратегияһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. «Ҡарлуғас» Өфө менән Һамар араһында рельсҡа йома, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре сыға.




