Башҡортостанда һабантуйҙар миҙгеле башланды. Тәүгеләрҙән булып быйыл был байрамды Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондары халҡы билдәләне. Сарала ауыл хеҙмәтсәндәре тәбрикләнде, спорт ярыштары үтте, концерт номерҙары күрһәтелде. Ғафури районынанда үткән һабантуйҙан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Илназ Ғәзизов 16 йәшенән трактор артында. «Уңыш» крәҫтиән-фермер хужалығында эшләгән механизатор мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға алына. Әле уның күкрәген «Батырлыҡ» ордены менән «Шайморатов» миҙалы биҙәй. Алыштарҙың береһендә ҡаты яраланған яугир фронттан ҡайтҡас яратҡан эшенә кире тотона. Һабантуйҙа Илназ Ғәзизов алдынғы ауыл хеҙмәтсәндәре рәтендә.
Быйыл Ғафури районында яҙғы сәсеү эштәре 20 мең гектарҙа башҡарылған, майҙандарҙың яртыһына тиерлек иген сәселгән. Яҙғы баҫыу эштәрен тамамлауға арналған байрам-Һабантуйҙы барыһы ла көтөп ала. Күтәреңке кәйеф, ҡунаҡсыллыҡ, сәмле спорт ярыштары, батырҙар көрәше менән күңелдәрҙе яулаған, төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән матур сара ул. Шул уҡ ваҡытта был байрам йылдың яҡшы килеүенә, мул уңышҡа яҡты өмөт һәм ҙур ышаныс уята.. Ғафури районында үткән сара ла Халыҡтар берҙәмлеге, Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналды.
Байрам майҙанында һөнәрселек йәрминкәһе эшләне, ҡунаҡтар милли аш-һыу менән һыйланды,, ижади коллективтар концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Һәр һабантуйҙың кульминацияһы-милли көрәш һәм ат сабышы. Әммә милли уйындар ҙа ҙур популярлыҡ менән файҙалана.
Ғафури районы быйыл да Санкт-Петербургта федераль кимәлдә үтәсәк «Һабантуй-2026» байрамында республика исеменән ҡатнашасаҡ. Былтыр ғафуриҙар ҡунаҡтарҙы милли уйындар, уҡ атыу, һөнәрселек оҫтаханаларынан тыш, Башҡортостан картаһы формаһында һалынған 22 килограмм бауырһаҡ менән һыйлағайны. Быйыл да улар лайыҡлы сығыш яһарға иҫәп тота.
Әлфинә Килдейәрова




