Өфөлә барған эшҡыуарлыҡ аҙналығында «Бизнес-йәмғиәт-дәүләт үҙ-ара эш итеү экосистемаһы: ҡулланыусылар ышанысы һәм проблемаларҙы һөҙөмтәле хәл итеү» мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәл үтте.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары ҡатнашлығында ойошторолған сарала йәмәғәт контролендә башҡарылған эштәр барланды. Шулай уҡ был өлкәгә ҡағылышлы хөкүмәт, йә ведомство етәкселеге менән хәл итерҙәй етди һорауҙар ҙа күтәрелде. Улар араһында ҡулланыусылар баҙары мониторингы аша төбәк бизнесына ярҙам итеү, экологик хәүефһеҙлек, алтаҡталарға бәйле һорауҙар айырым иғтибарға алынды.




