Өфөлә «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы сиктәрендә «Йәшел марафон» хәйриә ярышы үтте

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы сиктәрендә «Йәшел марафон» хәйриә ярышы үтте. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған марафон сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуҙы, мохтаждарға ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Быйыл ул Рәсәйҙең 60 ҡалаһын берләштерә. Йүгереүселәр өсөн төрлө йәш төркөмдәренә һәм әҙерлек кимәленә иҫәпләнгән дистанциялар ҡаралған. Ҡунаҡтар өсөн күңел асыу программаһы: оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар һәм бүләктәр әҙерләнгән.

Марафондан килгән аҡса ауырыу һәм етем балалар өсөн мәктәпкә әҙерлек программаларына, Рәсәйҙең яңы һәм сик буйы биләмәләрендәге балаларға ярҙамға йүнәлтелә.

Волна
Акции БСТ