Өфөнөң Аксаков паркында спорттың көс төрҙәре буйынса ярыштар уҙҙы

Үҙ-үҙеңә ышаныс һәм рекордтар. Өфөнөң Аксаков паркында спорттың көс төрҙәре буйынса ярыштар уҙҙы. Майҙанға илдең төрлө төбәктәренән спортсылар йыйылды. «Көслө кешеләр» проекты сиктәрендә спорт сараһында махсус хәрби операция ветерандары ла ҡатнашты. Ҡайһы бер спортсылар шәхси һәм донъя рекордтарын ҡуйҙы. Көслө рухлылар ярышы хаҡында киләһе яҙмала.

Ул бер ҡулы ярҙамында 120 килограмм ауырлыҡтағы штанганы күтәрҙе. Был уның шәхси рекорды. Махсус хәрби операция ветераны Артем Мөхәрләмов был спорт төрө менән былтыр шөғөлләнә башлай.

Ауыр булды. Әммә тренерҙың техниканы дөрөҫ ҡуйыуы ярҙамында еңеү яуланым. Бөгөн 170 килограммлыҡ штанга күтәреп шәхси рекорд ҡуйырға иҫәп тотам.

Артем Мөхәрләмов, турнирҙа ҡатнашыусы

Рәфис Нуретдинов махсус хәрби операцияла инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 2 йыл элек апрель айында ҡаты алыштарҙың береһендә ауыр аралана. Ҡулын ампутациялайҙар. Әммә егет рухын һындырмай, демобилизацияланғандан һуң спорт менән шөғөлләнә башлай. Ике йыл эсендә ярайһы уңыштарға ирешкән.

Ветеран ир-егеттәр менән бергә турнирҙа Нефтекаманан махсус хәрби операция ветераны Галина Фәйезова ла сығыш яһаны. «Көслө кешеләр» проекты махсус хәрби операция ветерандарына спорт ярҙамында рухи һәм физик көсөн нығыта һәм тыныс тормошҡа тиҙерәк яраҡлаша ала.

«Көслө кешеләр» проекты ике йыл дауамында тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Бөгөн беҙҙең турнирҙы тамаша ҡылырға килгән ветерандар ҙа беҙҙең сафҡа баҫыр тип уйлайым. Республикала 16 адаптив спорт төрө буйынса шөғөлләнеп, уңыш ҡаҙанырға була.

Ирек Зарипов Башҡортостан «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе урынбаҫары, дүрт тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы

Ветерандар профессионалдар һәм һәүәҫкәрҙәр менән бер майҙансыҡта сығыш яһаны. Аксаков паркында көс спорты төрҙәре буйынса милли кубок үтте. Был юлы бәхет 15 йәшлек Ева Танатароваға йылмайҙы. Ул тиҫтерҙәре араһында донъя рекордын ҡуйҙы.

Гүзәл Борханова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ