Ошо хаҡта Рәсәй Башлығы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа хәбәр итте. Президент Мәскәүҙә ашығыс ярҙам хеҙмәтенең һанлы үҫешен миҫал итеп килтерҙе.
Башҡортостанда нейроселтәрҙе ҡулланыуға ҙур иғтибар бүленә. Радий Хәбиров һанлы үҫеш һәм яһалма зиһен технологияларын индереү мәсьәләләре буйынса совет булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ яһалма интеллектты индереү өсөн яуаплы вице-премьер итеп Олег Ли тәғәйенләнде.





