Салауат Юлаев һәйкәлен Санкт-Петербургта, тәү скульптура барлыҡҡа килгән оҫтаханала ҡойоуҙары ихтимал. Был турала скульптураны реставрациялау буйынса Күҙәтеү советы ултырышында Рәсәй художество академияһы президенты Василий Церетели белдерҙе. Һәйкәлдең артабанғы яҙмышы буйынса финал ултырыштарҙың береһендә суйын экспертизаһының һуңғы мәғлүмәттәре, монументты төҙөү тарихы тураһында архив белешмәләр иғлан ителде.
Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса Күҙәтеү советының сираттағы ултырышында скульптура материалының составына яһалған экспертиза йомғаҡтары иғлан ителде. Мельников исемендәге иретмәләр һәм металдар үҙәк ғилми-тикшеренеү институты белгестәре һәйкәлдән алынған өлгөләргә төрлө анализдар яһаған. Документ һөҙөмтәләре менән Рәсәй художестволар академияһы фондының реставрация буйынса директоры Анна Пышта таныштырҙы. Суйындың составы ла аныҡ билдәләнгән: ҡатнашмалар күп һәм ҡайһы берҙәре норманан юғары
Белгестәр архив документтарға бәйле эҙләнеүҙәр ҙә ойошторған. Асыҡланыуынса, иң тәүҙә һәйкәлде бронзалы суйындан ҡойорға ҡарар ителһә лә, 1961 йылда монументаль скульптурала бронзаны файҙаланыуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Рәсәй художестволар академияһы етәксеһе Василий Церетели билдәләүенсә, ыңғай ҡарар ҡабул ителгән осраҡта скульптураны бронзанан ҡойоп, авторҙың тәү ниәтен тормошҡа ашырыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар бронзанан ҡойолған һәйкәлде Ағиҙел йылғаһының бейек ярына урынлаштырырға, ә бына суйын скульптураны төҙөкләндереп, Өфө майҙансыҡтарының береһенә ябыҡ көмбәҙ аҫтына ҡуйырға тәҡдим итте.
Күҙәтеү советы ағзалары кәңәшмә аҙағында Сосланбәк Тавасиев проекты буйынса һәйкәлде бронзала тергеҙеү вариантын ҡарау тәҡдимен ҡабул итте.
Һәйкәл буйынса һуңғы ҡарар яҡын арала ҡабул ителәсәк. Реставрацияның ниндәй генә варианты хупланмаһын, уны тормошҡа ашырыу ваҡыт талап итә, шуға ла эште һуҙырға ярамай. Белгестәр билдәләүенсә, 2027 йылдың октябрендә һәйкәл нығытылған постамент урынына кире ҡайтырға тейеш.
Гүзәл Борханова




