“Яҡшылап йыуылмаған еләк-емеш йәки иҫкергән ризыҡ ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарына килтереүе ихтимал”, - ти белгестәр. “Магазинда аҙыҡ-түлектең яраҡлылыҡ мөҙҙәтен ҡарап алырға, ҡулды йышыраҡ йыуырға кәңәш итәбеҙ”, - ти табип-инфекционист Фәғилә Ҡотлоғужина.
Республикала “Уральские зори” йәйге балалар үҙәге ябылды. Әбйәлил районында урынлашҡан Магнитогорск металлургия комбинаты лагеры 2 июнгә тиклем эшләмәй. Лагерҙа санитар-эпидемиология талаптар боҙолған. 16 ҡыҙ һәм малай эсәк инфекцияһы йоҡторған. Рәсәй Тәфтиш комитетының Межгорье ҡалаһы буйынса идаралығы осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.




