Берҙәм дәүләт имтихандары башланды. Бөгөн уҡыусылар химия, тарих һәм әҙәбиәт буйынса тәүге һынауҙы тапшырҙы. Быйыл Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға теркәлеүселәр 17 меңдән ашыу. Иң популяр предмет тип профилле математика һанала, уны уҡыусыларҙың 62 проценты һайлаған. Шулай уҡ йәмғиәтте өйрәнеү фәненә ҡыҙыҡһыныу ҙур, быйыл информатика, физика, биология һәм химияны һайлаусылар ҙа артҡан. Өфөнөң 94-се лицейында Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу барышы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Сәғәт һигеҙ тулып та өлгөрмәгән, ә мәктәп ихатаһы уҡыусылар менән тулы. Балалар тулҡынланыуын йәшермәй, Берҙәм дәүләт имтиханына киләсәк һөнәр бәйле, һөҙөмтәләргә ҡарап уҡыу йортон һайларға мөмкин. Йылдар дауамында эстәгән белем кимәлен тикшерәбеҙ, ти улар. Уҡыусылар имтиханға дәрестәр мәлендә лә, репетиторҙар менән дә әҙерләнгән, онлайн курстар ҙа алған.
Химиянан берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыусылар өсөн калькулятор индерергә рөхсәт ителә. Ә ҡалған предметтар буйынса талаптар уртаҡ-шәхесте раҫлаусы документ, гель ручкаһы. Шулай уҡ үҙең менән һыу, шоколад һәм дарыуҙар алырға була. Ашығыс ярҙам кәрәк булғанда медицина кабинеты ла эшләй. Аудиториялар видеокүҙәтеү ҡоролмаһы менән йыһазландырылған.
Берҙәм дәүләт имтиханы уҡыусылар өсөн генә түгел, уҡытыусылар өсөн дә яуаплы осор. Педагогтар фекеренсә, был мәлдә тыныслыҡ һаҡлау мөһим. Сөнки насар уйҙарҙан, төшөнкөлөккә бирелеүҙән беләгенеңде лә оноторға мөмкин.
Берҙәм дәүләт имтихандары 19 июнгә тиклем дауам итә, бөтә предметттар буйынса ла ике резерв көнө билдәләнгән. һәр ваҡыттағыса уҡыусыларҙың бер фән буйынса имтиханды яңынан тапшырыу һәм һөҙөмтәне яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Һайлау буйынса һынауҙы 8-се һәм 9-сы июль тапшырырға мөмкин.
Рәмзиә Кәримова



