Республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Башҡортостан делегациялары Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә һабантуйҙарҙа ҡатнаша. Быйыл яҙғы баҫыу байрамдары Рәсәйҙәге Халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала. 30 һәм 31 майҙа, Ырымбур һәм Свердловск өлкәләрендә башҡорт мәҙәниәте көндәре үтте.
Свердловск өлкәһендәге һабантуйҙа Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов булды. Майҙанға башҡорт тирмәләре ҡоролдо, халыҡ көйҙәре ағылды, көрәш, бағанаға үрмәләү кеүек милли уйындар, ярыштар ойошторолдо. Сәхнәлә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе артистары сығыш яһаны.



