Спорт байрамында 25 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Күләмле фестиваль ике көн барҙы, тәүгеһендә 3 йәштән 12 йәшкәсә балалар велосипедта һәм беговелда йөрөһә, иртәгәһенә профессиональ спортсылар уҙышын дөйөм старт дауам итте.
Маршрут Октябрь проспектынан Әй һәм 8 март урамдары буйлап һалынғайны, колонна сәғәтенә 12-15 саҡрым тиҙлек менән хәрәкәт итте. Костюмдар конкурсы сиктәрендә күптәр төрлө персонаждар булып кейенеп килгәйне. «1000 велосипедсы» көнө баш ҡалала 2011 йылдан алып ойошторола, быйылғы фестиваль тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә үтте.




