Ул «Атайсал» проекты активисы Айнур Зәбихуллин иҫтәлегенә арналған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмәғәтсе һәм имам башлаған эшен тамамлап өлгөрмәй: Былтыр 35 йәшендә юл ваҡиғаһында һәләк була. Майҙансыҡ тарихы Айнур Айрат улының Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһенә мөрәжәғәтенән башлана. Урындағы етәкселек был тәҡдимде хуплай һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» төбәк проектында ҡатнашыу өсөн ғариза әҙерләй. Һөҙөмтәлә төҙөлөш материалдары алыуға 100 мең һумдан ашыу аҡса бүленә. Айнурҙың изге эшен һуңынан уның ҡатыны Ольга Викторовна һәм ауылдаштары дәррәү дауам итә.
Спорт объекты янында Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары хөрмәтенә Еңеү паркы ла асылды. Биләмәне төҙөү башланғысын ауылдың тағы ла бер активистарының береһе Ринат Ғәзизов күтәреп сыҡҡан. Бында һәр яугир иҫтәләгенә алмағастар ултыртылған.




