“Юлдаш” радиоһы журналисы Зөһрә Арсаева юбилейына сәскә урынына уйынсыҡтар бүләк итеүҙе һораны. Айыу, ҡуян һәм башҡа тәтәйҙәр Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгенә тапшырылды. “Юлдаш”тар 1 июнь – халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан ҡыҙ һәм малайҙарға матур байрам ойошторҙо. Хәбәрсебеҙ Динара Сафина яҙмаһы.





