Рәсәйҙә бөгөндән яңы ғаилә түләүҙәренә ғариза ҡабул ителә

Яңылыҡ ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр, әгәр ата-әсәһенең килеме төбәк йәшәү минимумынан ике ярым тапҡырға түбән булһа, йыллыҡ түләүгә дәғүә итә. Ул үҙенә күрә һалым кэшбэгының бер төрө. Йә иһә ғаилә НДФЛ-дың хеҙмәт, профессиональ һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән алынған килемдәрҙән түләнгән өлөшөн кире ҡайтара аласаҡ. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ғаилә башлығы Илдар Мөхәмәҙиев оҫтаханаһында ағас эшкәртеү менән мәшғүл булған арала, уның тормош иптәше Гүзәл өҫтәл яраштыра. Мөхәмәҙиевтар 20 йылдан ашыу бергә татыу ғүмер итә. Йорт хужаһы-белеме буйынса ветеринар, хәҙер нефть эшкәртеү өлкәһендә эшләй, хужабикә-ашнаҡсы-кондитер, йорт хужалығын алып бара, буш ваҡытында ижад менән шөғөлләнә. Ғаилә үҙ көсө менән йорт һалып сыҡҡан.

Ғаилә ике ул һәм бер ҡыҙ бала тәрбиәләй. 1 июндән Мөхәмәҙиевтар Рәсәйҙең башҡа ғаиләләре кеүек яңы йыллыҡ түләүгә дәғүә ала. Ғаилә түләүҙәре илдә даими йәшәүсе һәм уның һалым резиденттары булған Рәсәй граждандарына ҡаралған. Ярҙам сараһын һорап ике йәки унан күберәк 18 йәшкә тиклемге балалары булған йәки балалары көндөҙгө бүлектә уҡыған хәлдә-23 йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәләре, уллыҡҡа алыусылар, опекундар һәм попечителдәр мөрәжәғәт итә ала.

Түләүҙәрҙе атай менән әсәйҙең икеһе лә алыу мөмкинлегенә эйә. Ата-әсәнең никах статусы һәм балаларҙың кем менән йәшәүе түләүҙәрҙе алыуға йоғонто яһамай. Ғариза менән мөрәжәғәт итеүсенең алименттар буйынса бурыслы булмауы, ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителмәгән булыуы йәки уның буйынса сикләүҙәргә эйә булмауы мөһим. 2026 йылда бирелгән ғаризалар буйынса 2025 йыл өсөн килемдәр иҫәпкә алына.

Юлиә Акимова, Рәсәй социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идаралығы етәксеһе

Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе ғаилә түләүҙәренә ғаризаларҙы йыл һайын июндән октябргә тиклем ҡабул итә. Ғариза менән Социаль фонд бүлексәһенең клиент хеҙмәтенә, күп функциялы үҙәк офисына йәки Дәүләт хеҙмәте порталы аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ