Өфөлә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө киң билдәләнде

Бөгөн-Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. 77 йыл элек булдырылған байрам һәр сабый бәхетле һәм хәүефһеҙ бала саҡҡа хоҡуҡлы булыуын иҫкә төшөрә. Ошо уңайҙан Өфөнөң төрлө майҙансыҡтарында кескәйҙәр өсөн күңел асыу саралары үтте, әле дауаханала ятҡан малай-ҡыҙҙар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

«Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркы балалар тауышынан гөр килә. Йәмәғәт киңлеге ысын мәғәнәһендә мөғжизәләр донъяһына әйләнде. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә кескәй өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары өсөн ойоштороусылар бай программа әҙерләгән. Донъя чемпионы менән иртәнге зарядка көн дауамына етерлек күтәреңке кәйеф өҫтәне.

Физкультура менән шөғөлләнеү, ГТО нормативтарын тапшырыу һәм көндәлек зарядка эшләү-сәләмәтлек нигеҙе. Үҫеп килгән быуында яҡшы ғәҙәттәрҙе үҙ миҫалыңда күрһәтергә кәрәк. Спорт менән бергәләп шөғөлләнеү йәшәү нормаһына әйләнһен ине.

Вил Ғабдуллин, Рәсәй рекордтары китабы рекордсмены, һуғыш сәнғәте буйынса 50 тапҡыр донъя чемпионы

Ижади оҫталыҡ дәрестәренән бер кем дә ситтә ҡалманы. Берәүҙәр төҫлө ҡағыҙҙар ярҙамында төрлө аппликациялар, икенселәр бисер һәм тәңкәләр менән милли биҙәүстәр эшләне.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, байрам көнәндә һәр бала үҙен үҙенсәлекле һәм кәрәкле итеп тойорға тейеш. Был йәһәттән, малай-ҡыҙҙарға тәмле күстәнәстәр таратылды, аквагрим төшөрөлдө, фото төшөү зоналары эшләне, интерактив уйын программалары, спорт ярыштары үткәрелде. Бәләкәйҙәр генә түгел, өлкәндәр ҙә бала саҡтарын иҫкә төшөрөп, хәтирәләре менән бүлеште.

Өфө майҙансыҡтарының береһендә «Ҡала патруле» махсус техника күргәҙмәһе ойошторолдо. Сара Башҡортостан буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығы ярҙамында үтте. Бала-саға ҡаланың төрлө махсус техникаһы менән яҡындан танышты, рулгә ултырып ҡараны. Проект балаларға ҡала хеҙмәттәре эшмәкәрлеге менән танышырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөгә мөмкинлек бирҙе.

Байрам кәйефен әле дауаланыу үткән кескәйҙәр ҙә кисерҙе. Өфөнөң 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының йәш пациенттарын һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин тәбрикләне. Күп профилле стационарҙа төрлө патологиялы сабыйҙар реабилитация һәм абилитация үтә.

Балаларға бәхетле һәм хәүефһеҙ бала саҡты, һау-сәләмәт һәм маҡсатлы киләсәкте өлкәндәр генә тәьмин итә, бәләкәй донъяны сағыу төҫтәргә күмә ала. Бындай кәйеф йыл әйләнәһенә һаҡланһын.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ