Башҡорт аграр университетында Әсә һәм бала бүлмәһе асылды

Башҡорт дәүләт аграр университетының 2-cе корпусында Әсә һәм бала бүлмәһе асылды. Унда сабыйҙы йүргәккә төрөү, ашатыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Уйын зонаһы ла ойошторолған. Юғары уҡыу йортондағы яңылыҡҡа бәйле йәш әсәләрҙең тәьҫораттарын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Башҡорт дәүләт аграр университетында тантаналы ваҡиға. Йәш ғаиләләр ректор менән бергә юғары уҡыу йорто корпусында Әсә һәм бала бүлмәһен асты. Зоотехния йүнәлеше буйынса өсөнсө курс студенты Айзилә Мөсәкәлимованың ҡыҙына тиҙҙән бер йәш тула, ул тәүгеләр иҫәбендә вуз стеналарында кескәйҙәр өсөн булдырылған уңайлы шарттарҙы һынап ҡараны.

Юғары уҡыу йортонда ғаиләле студенттар күп. Улар араһында ике бала тәрбиәләүселәр ҙә бар. Гүзәл Низамова ла хәҙер ҡыҙҙары өсөн тыныс. Лекцияларға, йә сессияға килгәндә, балаларҙы ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн университетта махсус урын билдәләнгән. Әсә һәм бала бүлмәһенә ихтыяж юғары булған.

Әсә һәм бала бүлмәһе эшенә ирекмәндәр ҙә йәлеп ителгән, алдан мөрәжәғәт иткән осраҡта улар кескәйҙәр менән ултыра ала. Башҡорт дәүләт аграр университеты етәкселеге билдәләүенсә, бындай махсус зоналар ойоштороу буйынса эш артабан да дауам итәсәк.

Билдәле булыуынса, юғары уҡыу йортонда 119 студент ғаиләһендә 57 бала үҫә. Улар шәхси уҡыу программаһы буйынса белем алып та, һөнәр үҙләштереп тә өлгөрә.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ