Һүҙ Өфө районы Чесноковка ауылы янындағы ҡоролма тураһында бара. 9 июндән 8 июлгә тиклем объекттың уң яҡ, 15 июлдән 13 августҡа тиклем һул яҡ өлөшө ябыла. Автомобилдәрҙе үткәреү өсөн кире хәрәкәт булдырыла, светофор ҡуйыла. Иртәнге сәғәттәрҙә - Өфө, кис Ырымбур йүнәлеше буйынса машиналарҙы өс һыҙаттан ебәреү ҡарала. Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова белдереүенсә, ҡоролмала төҙөкләндереү эштәре тәүлек әйләнәһе алып барыла. Бәрҫеүән йылғаһы аша күпер 1976 йылда һалынған.




