Ил Президенты Владимир Путин экстремизм һәм терроризм идеологияһына ҡаршы Координация үҙәге директоры, Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының ректор кәңәшсеһе Илһам Хәбибуллинды икенсе дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены миҙалы менән бүләкләне. Рус драма театры артисы Валерий Малюшинға “Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге ҡаҙаныштары өсөн” ордены тапшырылды. Куйбышев тимер юлы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Новиковҡа “Рәсәйҙең атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре” исеме бирелде.




