Өфөгә август һәм сентябрҙә илдең ете төбәгенән иң көслө спортсылар килә. Көрәш, фехтование, ишкәкле слалом, велоуҙыш, йөҙөү һәм триатлон буйынса ярыштар була. Унда 1 мең ярым самаһы кеше ҡатнашыуы көтөлә. Вице-премьер - Спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, республиканан 33 спорт төрөндә 120 атлет сығыш яһай.
Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһы һөҙөмтәләре буйынса йәйге Олимпия уйындарына Рәсәй йыйылма командаһы туплана. Ул 2028 йылда Лос-Анджелеста үтә.




