Республикала 9-cы класты тамамлаусы уҡыусылар өсөн төп дәүләт имтихандары башланды

Егет-ҡыҙҙар математика буйынса һынау тотто. Башҡортостанда төп дәүләт имтихандарын 54 мең уҡыусы тапшыра. Уларға экзамендарҙы тапшырыу өсөн талаптарға ярашлы бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Төп дәүләт имтихандары 6 июлгә тиклем дауам итә. 9-cы синыф уҡыусылары дүрт предмет буйынса һынау тоторға тейеш: рус теле һәм математиканан-мотлаҡ, икәүһе-һайлау буйынса. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалалар рус теле һәм математика буйынса ғына имтихан тапшыра. Бынан тыш, Башҡортостанда 11-cе класты тамамлаусы 17 мең уҡыусы берҙәм дәүләт имтиханында һынау тота.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ