Стәрлетамаҡта өс уҡытыусы ғаиләһе фатирға сертификат алды

Көтмәгәндә-бер бүлмәле яңы фатир. Стәрлетамаҡта уҡыу йылына йомғаҡ яһалғанда юғары һөҙөмтәле эше өсөн өс уҡытыусы ғаиләһе торлаҡҡа сертификат алды. Педагогтар был хаҡта алдан белмәгән дә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа ҡаланың мәғариф системаһында ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә: Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар һаны артҡан. Остаздарҙың фиҙәҡәр хеҙмәте һәм лайыҡлы награда тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙмала.

Стәрлетамаҡтан Руслан Әминев тиҙҙән Ҡытайға юллана, иҡтисад буйынса Халыҡ-ара олимпиадала Рәсәй данын яҡлаясаҡ. Уҡыу йылы йомғаҡтарына арналған ултырышта ҡаланың һәләтле уҡыусыларына һәм уларҙың остаздарына рәхмәт хаттары тапшырылды. 3-cө башҡорт лицей-интернатынан педагог Фәнзил Туҡтаров та бер йыл эсендә генә информатика буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының муниципаль һәм төбәк этаптарына ун еңеүсе һәм призерҙар әҙерләгән. Һөҙөмтәле һәм фиҙәҡәр эше өсөн ул көтөлмәгән бүләк-бер бүлмәле фатирға сертификат алды.

Бүләкләнеүселәр араһында тағы ла ике педагог. Стәрлетамаҡтың 7-се мәктәбенән Шайморат Гузинтың тәрбиәләнеүселәре көрәш буйынса Бөтә Рәсәй һәм республика яраштарында призлы урындар яулаған, белем усағы ҡаланың мәғариф учреждениелары араһында хәрби-илһөйәрлек эше рейтингында ла алдынғылар иҫәбендә. Шулай уҡ тантаналы сарала 2025 йылда «Йыл педагогы» һәм «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурстары абсолют еңеүсеһе һәм «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» конкурсы лауреаты Ренар Хәйбуллин да бер бүлмәле фатирға сертификат алды. Бүләкләнеүсе педагогтарҙың ҡатындары ла мәғариф системаһында эшләй.

Яңы фатирҙар Стәрлетамаҡтың Яр буйы микрорайонында яңы төҙөлөш комплексында урынлашҡан, майҙаны буйынса һәр ҡайһыһы 37 квадрат метрҙан ашыу. Проект ҡала хакимиәте һәм ҡала советының «Берҙәм Рәсәй» партияһынан депутат Радик Мырҙағолов ярҙамында тормошҡа ашырылған.

Күңел ҡушыуы буйынса башҡарылған эш. Ҡала хакимиәте етәкселеге тәҡдимен оҙаҡ уйлап тормай ҡабул иттек һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә идеяны тормошҡа ашырҙыҡ. Уҡытыусыларға лайыҡлы быуын тәрбиәләгән өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерҙек.

Радик Мырҙағолов, Стәрлетамаҡ ҡала советы депутаты, «Ҡала төҙөлөш технологиялары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөлөш компанияһы етәксеһе

Бүләкләнеүселәрҙе билдәләү маҡсатында махсус комиссия ла ойошторола, һайлап алыу этабын өс уҡытыусы ғаиләһе үтә.

Фатирға сертификат алыуға лайыҡлы педагогтар күп булды. Бер нисә талап ҡуйылды. Тәү сиратта, уҡытыусылар ғаиләһе булырға, йәғни ир һәм ҡатын икеһе лә мәғариф системаһында эшләргә тейеш. Икенсенән, һәр ҡайһыһының һөнәри эшмәкәрлегендә уңыштары ҡаралды. Шулай уҡ ғаиләнең торлаҡҡа мохтаж булыуы төп критерийҙар иҫәбендә булды. Ошондай дәртләндереү сараһы системаға һалынып, һәр муниципалитетта индерелһен ине.

Айбулат Хажин, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе

Фатирға сертификат алған педагогтар билдәләүенсә, алда уларҙы ҙур эш көтә. Уҡыусылар менән төрлө кимәлдәге олимпиада-конкурстарға әҙерләнеп, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәргә ирешеү.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ