“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы һөҙөмтәле эшләй

Радий Хәбиров “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалын 3 йыллығы менән ҡотланы, шул осорҙа башҡарылған эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Республика Башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, 3 йылда фонд аша Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың яҡындары араһынан 115 мең кеше ярҙам алған, 135 мең мөрәжәғәт хәл ителгән, республика буйынса 140 социаль координатор эшләй. “Бөгөн фонд махсус операция ветерандары һәм ғаиләләре менән эшләүҙә төп партнер. Тыныс тормошҡа яраҡлашыу өсөн реабилитация, психологик, юридик ярҙам, эшкә урынлашыу, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм төрлө өлкәлә үҙҙәрен табыуҙа төп таяныс”, - тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото №1 - “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы һөҙөмтәле эшләй
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ