Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән 19 йәшлек “Вишня” тураһында яҙып сыҡты. Йәш ҡыҙ гуманитар ылау менән алғы һыҙыҡҡа барған. Унда, беренсе медицина ярҙамы күрһәтә алырлыҡ кешеләрҙең аҙ булыуын ишеткәс, контракт төҙөгән. “Вишня” подразделениела уҡсы-санитар курсын үткән. Ярты йыл махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән. Ҡайтҡас та ул ярҙам күрһәтеүҙән туҡтамай. Яңыраҡ ҡыҙ райондың ирекмәндәр штабтары менән бергә гуманитар ылау туплауҙы ойошторған. Хәҙер “Вишня” әхирәте менән уҡыу йорттарында ялан медицинаһы нигеҙҙәрен өйрәтә һәм яҙмышын кеше ғүмерен ҡотҡарыу менән бәйләү өсөн медицина колледжына уҡырға инергә йыйына”, -тип яҙған район башлығы.




