Башҡортостанда эш урынында зыян күргәндәргә автомобиль асҡыстары тапшырылды

“Лада Гранта” 8 кешегә бирелде. Машиналар реабилитация программаһына ярашлы махуслаштырылған. Транспорт бушлай бирелә һәм алыусы милкенә күсерелә. Автомобиль менән файҙаланыу ваҡыты 7 йыл. Артабан  медицина тикшеренеүе һәм машина йөрөтөүгә ҡаршы күрһәтмәләр булмағанда, машина яңыһына алмаштырыла. Программа эш урындарында һаулығын юғалтҡан кешеләргә үҙ аллы хәрәкәт итергә һәм әүҙем тормош алып барырға мөмкинлек бирә. Йыл башынан бындай мөмкинлек менән 21 кеше файҙаланған.

Фото №1 - Башҡортостанда эш урынында зыян күргәндәргә автомобиль  асҡыстары тапшырылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ