Улар оло йәштәгеләр, инвалидтар менән эшләй, уларҙың көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итә. 8 июнь Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнәсәк. Быйыл ул дүшәмбегә тура килә. Һөнәри байрам алдынан БЮТ ижади төркөмө Нуриман районында был һөнәрҙә ғаиләләре менән эшләүсе социаль хеҙмәткәрҙәр менән осрашты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.
Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килеү булһынмы, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүме-оло йәштәгеләр өсөн был эштәрҙе үҙаллы атҡарып сығыу ауырға тура килә. Тимерғазиндарға был йәһәттән социаль хеҙмәткәр ярҙам итә. Рәмилә Харрасова үҙ һөнәренә 22 йыл тоғро. Оҙаҡ йылдар эшләгәне өсөн ул велосипед менән дә бүләкләнгән. Транспорт сараһы тәғәйен урынға тиҙ арала барып етергә, бер көн эсендә әллә күпме эште башҡарырға мөмкинлек бирә.
Рәмилә Рифҡәт ҡыҙына тормош иптәше Фәнис Садрислам улы ла ярҙам итә. Икәүләшеп улар 37 кешене хеҙмәтләндерә. Был һөнәрҙә фиҙаҡәр хеҙмәт итергә әҙер булғандар ғына ҡала ала. Социаль хеҙмәткәрҙәр йыш ҡына яҡын, ҡәҙерле, туған тиерлек кешеләр булып китә.
Был һөнәрҙә ғаилә менәнән эшләүселәр байтаҡ, уларҙың араһында ирле-ҡатынлы Фәтҡуллиндар ҙа бар. Һөнәргә тәүҙә ғаилә башлығы килә, ярты йыл элек ҡатыны Айгөл дә урынлаша. Үҙ ҡанаты аҫтына алған пенсионерҙарға улар төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү менән бер рәттән сәйҙәре, эсәр һыуҙары тәмле булһын өсөн яҡындағы шишмәнән һыу ҙа ташый. Был һөнәр күңел йомартлығын, сабырлығын, теләктәшлек һәләтен талап итә, ти улар.
Красная Горка ауылында урынлашҡан «Изге йөрәк» үҙәгендә эшләүсе 93 кеше Нуриман, Ҡырмыҫҡалы һәм Салауат районында йәшәүсе мең 400 кешене хеҙмәтләндерә. Һәр кемдең үҙ бурысы. Зөһрә Шәмсетдинова, мәҫәлән, барлыҡ ҡағыҙ эше менән булыша, икһеҙ-сикһеҙ отчеттар өсөн яуаплы. Әсәһенең эшен күреп үҫкән Радмила, ландшафт дизайнеры һөнәрен алыуға ҡарамаҫтан, социаль өлкәгә эшкә урынлаша. Әле улар бер кабинетта эшләй.
Социаль хеҙмәткәр һөнәре физик һәм эмоциональ сығымдар талап итә. Был өлкәлә эшләү еңелдән түгел. Һин психолог та, табип та, кәңәшсе лә. Оло йәштәгеләрҙең барыһы ла хәстәрлекте, иғтибарҙы тойһон өсөн.
Әлфинә Килдейәрова



