Ишембайҙа Ағиҙел ярын таҙартыу буйынса өмә үтте

«Рәсәй һыуы» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Ишембай ҡалаһында Ағиҙел йылғаһы яр буйын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә уҙғарылды. Экологик сарала төрлө предприятие-ойошма вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ил кимәлендә үткән акция «Экологик именлек» милли проектына инә. Сара төрлө быуын вәкилдәрендә һыуға ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт уятыуға, экологик мәҙәниәтте күтәреүгә, ирекмәнлек хәрәкәтен көсәйтеүгә йүнәлтелгән. Ишембайҙа йәшәүселәр бындай өмәләргә һәр ваҡыт ҙур теләк менән ҡушыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ