“Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы эксперттары Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы менән берлектә һайлауҙа йәлеп ителгән йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн семинар ойошторҙо. “Махсус курстарҙа 1 меңгә яҡын кеше ҡатнашты, улар яңы программа менән танышты”, - ти Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Энже Әхмәҙуллина.
Республикала быйыл тауыш биреү кампанияһында 13 мең күҙәтеүсе эшләй. Уҙған йылда муниципаль һайлауҙар өсөн 828 эксперт әҙерләнгән.




