Аналитик материалды “Минченко консалтинг” холдингы эксперттары әҙерләгән. Унда билдәләнеүенсә, Радий Хәбировтың йәшел зонала федераль үҙәк менән ныҡлы бәйләнештәр, һайлау кампанияһы алдынан төбәктә уңай эске сәйәси шарттар һаҡлана. Сентябрҙә Дәүләт Думаһына һәм урындағы үҙидара органдарына һайлауҙар уҙа. Республика Абхазия, Белоруссия, Үзбәкстан һәм Тажикстан менән хеҙмәттәшлек итеп, халыҡ-ара кимәлдә лә алға бара. Башҡортостан башлығының позицияһын яһалма зиһен үҫеше көсәйтә. Был йәһәттән Радий Хәбиров губернаторҙар араһында лидерҙарҙың береһе. Республикала һанлы үҫеш һәм яһалма зиһен технологияларын индереү мәсьәләләре буйынса совет булдырылды. Яҡын арала комплекслы үҫеш программаһы әҙерләнә һәм раҫлана.




